Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылында бөгөн өс йәшлек бала автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалған.
Республика дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, 35 йәшлек ҡатын “ВАЗ-2110” машинаһынан сыға. Автомобиль үҙенән-үҙе ҡуҙғалып китә һәм эргәһендә торған улын тапай.
Йәрәхәтләнгән баланы дауаханаға оҙаталар. Машинаның үҙенән-үҙе ҡуҙғалып китеү сәбәптәре тикшерелә.