Йәмғиәт
7 Августа 2019, 15:37

“Базы”лар мул уңышҡа өмөтләнә

Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ураҡ барышы менән танышты.

Азат ҒиззәтуллинАзат Ғиззәтуллин
Азат Ғиззәтуллин
Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ураҡ барышы менән танышты.
Предприятиеның генераль директоры Вадим Соколов уға әле арыш йыйыуға төшөүҙәре хаҡында һөйләне. Ҡатмарлы һауа шарттары ураҡ барышына үҙ төҙәтмәләрен индермәй ҡалмай, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, аграрийҙар иген культураларынан мул уңыш алыуға өмөтләнә.
Радий Хәбиров буласаҡ уңыштың хаҡы, комбайнсыларҙың һәм механизаторҙарҙың эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Вадим Соколов белдереүенсә, хужалыҡта комбайнсылар уртаса 30-35 мең һум хеҙмәт хаҡы ала, предприятие ураҡта тик үҙенең техникаһын файҙалана, яңы уңышты әлегә һатырға ашыҡмайҙар.
Радий Хәбиров тоҡомло һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнгән фермала ла булды.
Читайте нас