Өфөлә йәшәгән ҡатын социаль селтәрҙә “Ферма” экомагазинына дәғүә белдереп яҙған. Ул магазиндан шашлыҡ өсөн тауыҡ ите һатып ала, ләкин уны ашарға яҙмай. Иттән боҙолған еҫ сыға, ҡушылған тәмләткестәр ҙә уны баҫа алмаған, ауыҙға ҡабырлыҡ та түгел.
Ҡатын “Роспотребнадзор”ға ла, магазинға ла барып хәлде асыҡламай, ә ризаһыҙлығын интернетҡа урынлаштыра.
"Магазинға барһам, һатыусылар ғәфү үтенеп, аҙыҡ өсөн аҡсаны ҡайтарыр ҙа, эш шуның менән бөтөр, артабан да боҙолған ризыҡ менән һатыу итерҙәр ине.Ә былай, бәлки, кешеләр уҡыһа, шикләнеп ҡараһа, магазин хужаһы уйланыр һәм боҙолған аҙыҡты һатыуға сығармаҫ", – тип ышана ул.
Кискеһен магазин мөдире ҡыҙға шылтыратып, ғәфү үтенгән, хатта компенсация тәҡдим иткән. Был – ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, беҙҙә ундайҙың булыуы мөмкин түгел, тип тә өҫтәй ул. Ә бына хәбәрселәрҙең һорауҙарына магазин етәкселеге бер ниндәй ҙә яуап бирмәй.