Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2019, 16:05

Каскадер була яҙған

Бөгөн Өфөлә үҙенсәлекле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Бөгөн Өфөлә үҙенсәлекле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Өфө - Аэропорт юлындағы “Мәктәп” туҡталышы эргәһендә “Ниссан” хужаһы, автомобилгә идара итә алмайынса, юлды айырып торған тимер сикләүгә барып бәрелгән һәм уны аша үтеп тиерлек, ике кәртә араһында ҡалған.


Үтеп барыусылар авария эҙемтәләрен телефонға төшөргән. Хәбәр итеүҙәренсә, рулдә гүзәл зат булған. Бәғзеләре, салонда бала ла бар ине, тип ебәрә.


Мәғлүм булыуынса, автомобиль эсендәге кешеләр ҡурҡыныс тән йәрәхәттәре алмаған. Машинаны авария урынынан алып киткәндәр.


Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас в