Архангел районында йәшәгән 17 йәшлек үҫмер яҡындарын үлемдән ҡотҡарған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы батырҙы наградаға тәҡдим иткән, уға тиҙҙән миҙал тапшырасаҡтар.
Эш былай булған. 10 апрелдә Саша Маскалев Өфөләге уҡыу йортонда имтихан тапшырғандан һуң Архангел ауылына, яҡындары янына ҡайтҡан. Йорт хужаһы эштә булған. Әсәһе бәләкәс ҡустыһы һәм һеңлеһе менән булышҡансы, үҫмер мунса тоҡандырған. Мунса яғып өйгә инәйем тиһә, соландан ут бөркөлгән.
Саша, уны-быны уйлап тормайынса, йортҡа ташланған. Тик ғаилә инде тышҡа сыға алмаған. Үҫмер кире ут аша йүгереп үтеп, тәҙрәне ватҡан, унан яҡындарын сығарырға ярҙам иткән. Улар ут ҡапҡанынан ҡотолоу менән йорт ҡыйығы ишелгән...
Баҡһаң, Маскалевтар иҫке ағас йортта йәшәгән, шуға ул шырпы һымаҡ тиҙ тоҡанған. Ут иҫке электр сымынан сыҡҡан. Бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалһалар ҙа, ғаилә ағзалары иҫән булыуҙарына шатлана, Сашаға рәхмәт уҡый.
Егет дауаханала оҙаҡ ятҡан, бите-ҡулдары янған, ҡайһы бер йөй-яралар был фажиғәне ғүмер буйы хәтерләтеп торасаҡ. “Минең урында барыһы ла шулай эшләр ине”, – ти йәш герой.
Әле Маскалевтар яңы йорттарын тәртипкә килтереү менән мәшғүл. Изге күңелле кешеләр уларға ярҙам итә.