Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 15:15

20 секунд эсендә урлағандар…

Былтыр декабрҙә Шишмә ҡасабаһында кеҫә телефондары салонынын талағайнылар. 20 секунд эсендә ишекте емереп инеп, 13 смартфонды урлап ҡасҡайнылар.

Былтыр декабрҙә Шишмә ҡасабаһында кеҫә телефондары салонынын талағайнылар. 20 секунд эсендә ишекте емереп инеп, 13 смартфонды урлап ҡасҡайнылар.


Магазин 300 мең һумлыҡ зыян күргән ине. Әле бурҙарҙың эҙҙәренә төшәләр. Шишмә районы кешеһе һәм икәүһе Тажикстандан килгән икән. Икәүһенең кеше талау, туҡмау өсөн шартлы рәүештә хөкөм ителеү осоро ла тамамланмаған булған.


Ошо көндәрҙә суд ҡарары менән береһенә - 1,5 йылға, икенсеһенә - 2,6, өсөнсөһөнә 4 йыл да 9 айға торошло хөкөм язаһы бирелгән.


Фото: googl.com
Читайте нас: