"Башҡортостан" гәзитендә инде 35 йылға яҡын фотохәбәрсе булып эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Айрат Нурмөхәмәтов республика тормошондағы ваҡиғаларҙы мәңгеләштереүгә тос өлөш индерә.
Яңыраҡ уның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ҡуйған "Минең республикам – Башҡортостан" темаһына фотоһүрәттәр серияһы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бер көндә уларҙы ете меңдән ашыу кеше ҡарап өлгөрҙө.
Киләсәктә лә ул ошондай фоторәсемдәре менән һеҙҙе ҡыуандырасаҡ әле.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.