Хөкүмәт йортонда республиканың – дәүләт, Рәсәйҙең ведомство наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Ошо тармаҡта хеҙмәт иткән 16 кеше Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын, 13 кеше "Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе" исемен алды, 11 кеше Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте исеменән төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап:
– Төҙөүсе өсөн иң мөһиме – кәрәкле булыу! Тәүге ярты йыллыҡты насар тамамламаныҡ, бөтә күрһәткестәр буйынса ла үҫеш күҙәтелә. Социаль әһәмиәткә эйә булған объекттарҙы сафҡа индереү буйынса ҙур эш алып барыла. Быйыл иң эре бинаны – "Затон" биҫтәһендәге Спорт әҙерлеге үҙәген тапшырҙыҡ. "Сағыу" биҫтәһендә бер мең урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамлана. Бөгөн беҙҙә байрам, әммә йыл аҙағына тиклем тағы ла күп эшләргә тура киләсәк – 60-тан ашыу объектты тапшырыу бурысы тора, – тине.