Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 12:06

"Балалар баҡсаһына бомба һалынған!"

Сибайҙа бер ҡатын балалар баҡсаһы мөдиренә килеп, үҙенең бомба һалыуы хаҡында әйтә лә ҡаса.

gtrk.tv
gtrk.tv
Сибайҙа бер ҡатын балалар баҡсаһы мөдиренә килеп, үҙенең бомба һалыуы хаҡында әйтә лә ҡаса.
Полиция һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәтте тикшерер өсөн мәктәпкәсә тиклемге белем ойошмаһына килгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 5 августа теркәлгән.
Тикшереүҙән һуң мәғлүмәттең ялған икәнлеге иҫбатланған. "Бомба һалыусы"ның шәхесе лә асыҡланған: 48 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Ул үҙе лә шартлатҡыс хаҡындағы хәбәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен таныған. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Читайте нас в