АҠШ-тың Аэронавтика һәм йыһан киңлеген өйрәнеү буйынса милли идаралығы фотоһүрәттәрендә беҙҙең планетаға табан йүнәлгән билдәһеҙ осоусы объекттарҙың (НЛО) тотош флотын күрергә мөмкин.
Фотоларҙы бер нисә космик обсерватория төшөргән. Ундағы сағыу уттарҙың тәбиғәте ғалимдарға билдәле түгел. Ҡайһы бер эксперттарҙың әйтеүенсә, сит планета вәкилдәре ҙур булмаған төркөмдәргә бүленгән, берәүһе — Ергә, икенсеһе Ҡояшҡа табан хәрәкәт иткәндәй.
Әлегә уфологтарҙың белдереүенә аңлатма бирелмәгән. Беҙ белмәгән, асылмаған серҙәр күп шул әле.