Бәләбәй ҡалаһынан 42 йәшлек ир 16 йәшлек үгәй ҡыҙын мәсхәрәләүҙә ғәйепләүҙәренән ҡурҡып, үҙ-үҙенә ҡул һала.
Асыҡланыуынса, йәш ҡыҙҙы үгәй атаһының мәсхәрәләүе тураһында 20 йәшлек дуҫ егете белеп ҡала. Ул көсләүсенең һәм ҡыҙҙың ҡайҙа йәшәгәнлеген хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә еткерә.
Яуыз ниәтле ирҙең йортона полиция хеҙмәткәрҙәре юлланғас, үгәй атай был турала кемдәндер ишетеп ҡала, һәм закон алдында яуап бирәсәген аңлап, үҙ-үҙенә ҡул һала. Уның үле кәүҙәһен йорт янындағы һарайҙа табалар.