Ғаилә заманында 800 мең һумлыҡ заем алып, хәҙер 2,4 миллион һумлыҡ бурыс түләргә тейеш.
Өфө районында йәшәгән дүрт балалы ғаилә “кредит тотҡоно”нан сыға алмай яфалана. Улар таунхаустағы фатирҙарын ремонтлау ниәте менән банкка кредит юллап мөрәжәғәт итә. Бында эш килеп сыҡмағас, шәхси фирманан аҡса алмаҡсы булалар.
Өс йылдан һуң уларҙың “ИРСА-кредит” менән төҙөгән килешеүен “Малина” компанияһына һаталар. Был заемдың процент ставкаһы йылына 96 процент тәшкил иткәнен белеп, ғаилә аптырауға ҡала.
Хәҙер дүрт бала тәрбиәләгән ғаиләгә компанияға 2,4 миллион һум аҡса ҡайтарырға йәки йорттарын бирергә тура киләсәк.