Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 22:26

Өс кеше ағыуланған

“Роспотребнадзор” суд ҡарары буйынса Салауат ҡалаһындағы Subway ресторанын 90 тәүлеккә япты. Сәбәбе – өс кешенең, шул иҫәптән бәлиғ булмағандарҙың, ағыуланыуы.

ufa1.ru
ufa1.ru
“Роспотребнадзор” суд ҡарары буйынса Салауат ҡалаһындағы Subway ресторанын 90 тәүлеккә япты. Сәбәбе – өс кешенең, шул иҫәптән бәлиғ булмағандарҙың, ағыуланыуы.
Был күңелһеҙ хәлдән һуң ресторанда эпидемиологик тикшереү үткәрелгән, һөҙөмтәлә байтаҡ санитария нормаларын боҙоу осрағы асыҡланған, аҙыҡтарҙа эсәк таяҡсалары табылған. Сеймал да, әҙер ризыҡ та бер үк һыуытҡыста һаҡланған, контейнерҙарға билдә һалынмаған. Ҡулды ла, һауыт-һабаны ла, йәшелсәне лә бер үк ваннала йыуғандар.
Бынан тыш та, ресторандағы санитария-гигиена нормаларын үтәүгә дәғүәләр белдерелгән.
Читайте нас: