Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 00:50

"Ҡурай иле" юҡҡа сыҡмаһын ине...

Саҡмағош һөтсөлөк заводына ярҙам күрһәтеү һәм етештереүҙе яңыртыу мәсьәләһе тиҙҙән "Инвестиция сәғәте"ндә ҡараласаҡ. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, "Край курая", "Честное коровье", "Сыр сабинский", "Две коровки" тигән брендтар аҫтында продукция сығарған предприятие цехтарын ҡарап сыҡҡандан һуң, ошондай күрһәтмә бирҙе.

Азат Ғиззәтуллин

Заводтың генераль директоры Александр Никитин әйтеүенсә, предприятие әле туҡтап тора, хеҙмәткәрҙәр йәй башынан алып үҙ иҫәбенә ялға ебәрелгән. Әйләнештә аҡсаға ҡытлыҡ һәм "Россельхозбанк" менән "БАШМИЛК" компаниялар төркөмө өсөн кредит биреү тураһындағы һөйләшеүҙәр оҙаҡҡа һуҙылыуы арҡаһында завод етәкселеге ошондай ҡарар ҡабул иткән. Бер үк ваҡытта хәлде тотороҡландырыу сараһы ла күрелә.
Мәғлүм булыуынса, 30-сы район-ара һалым инспекцияһы быйыл февралдә Саҡмағош һөтсөлөк заводын бөлгөнлөккә төшкән тип таныу тураһында судҡа ғариза биргәйне. Әммә мартта предприятие бурысын түләп, бөлгөнлөктән ҡотолоп ҡалды. Предприятиела 130-ға яҡын кеше эшләй.
Читайте нас: