Июлдә илде ҡот осҡос яңылыҡ тетрәндергәйне: Ингушетияла ете йәшлек ҡыҙҙы дауаханаға алып килгәндәр, уның тәнендә бер тере урын юҡ, тоташ яра, хәле ауыр...
Ваҡиғаның төбөнә төшә башлағас, шул асыҡланған: Аишаның ата-әсәһе айырылышҡас, урындағы йола буйынса, баланы атаһына ҡалдырғандар. Ир яңы ғаилә ҡорған, өлкән ҡыҙын бер туған апаһына ҡалдырған. Ул иһә ҡыҙға ысын мәғәнәһендә тамуҡ ойошторған, даими рәүештә вәхшиҙәрсә туҡмаған. Шуға ла баланың тәне тотош сей яраға әүерелгән.
Ҡыҙҙың яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Әлеге ваҡытта ул айҙан ашыу Мәскәүҙә Леонид Рошалдең медицина институтында дауалана. Табиптар айға яҡын уның серей башлаған уң ҡулын ҡотҡарырға тырышһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килеп сыҡмаған: кисә Аишаның ҡулының бер өлөшөн ҡырҡҡандар. Операция яҡшы үткән, дауаланыу дауам итә.
Ҡыҙҙы ошо хәлгә еткергән вәхши Макка Ғәниева ҡулға алынған. Аишаның яҙмышын Ингушетияла кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Зарема Чакхиева күҙәтеп бара. Ул ҡыҙ дауаханала ятҡандан бирле эргәһенән киткәне юҡ.