Йәмғиәт
8 Августа 2019, 16:10

Ҡыҫтыбый күпме тора?

Асҡын районынан ике егет Кумертауға педагогия училищеһына уҡырға керергә китеп бара икән. Береһе армиянан һуң, икенсеһе – ауылдан да сыҡмаған мәмәй.

kompravda.eukompravda.eu
kompravda.eu
Асҡын районынан ике егет Кумертауға педагогия училищеһына уҡырға керергә китеп бара икән. Береһе армиянан һуң, икенсеһе – ауылдан да сыҡмаған мәмәй.

Өфө автовокзалында автобус көтәләр былар. Олоһо Илгиз гәзит уҡый, кесеһе Илдус тирә-яҡты куҙәтә. Ултыра торғас, Илдус асығып киткән:

– Илгиз абый, анау апайҙан барып ашарға ғына алайым әле?

Бер оло кәүҙәле апай бәлеш һата икән, беҙҙеңсә һөйләшә. Хәйләкәр Илдус быны белеп тә уға бармаҡсы икән, руссаға бик барымы юҡ бит инде ул заманда ауыл малайҙарының.

– Ярай, бар, тулке теләһә нимәгә аҡсаны бөтөрмә, әле Кумертауҙа аҙна йәшәйһе бар! – тип мәтриләп ебәргән дә ағаһы, үҙе кире гәзит уҡырға тотонған...

Сәрелдәгән тауышҡа башын ҡалҡытһа, ни куҙе менән курһен: теге малай ҡаса, апай уны вокзал буйлап ҡыуа икән. Илгиз урынынан йәһәт кенә тора һалып, туғанын артына йәшергән. Уның ”Ни булды, апай?” тигән һорауына ҡыҙған ҡатын:

– Бирермен был маңҡаңа бөкмәне! Иренендә инә һөтө кипмәгән, бөкмәң купме тора тип һорай оялмайынса! – тип туҙыныпмы-туҙына икән.

Шунан ғына эштең айышына төшөнгән егет апайҙы тынысландырып, туғанына ҡыҫтыбый алып биргән, ти. Асҡында ҡыҫтыбый бөкмә тип атала икән...

Был ике егет минең менән бергә уҡып бөттө.

Читайте нас