– Йөрәгем жыу итеп ҡалды, – тип хәтерләй ул ваҡыттарҙы сәхнә йондоҙо. – Балаңды ҡалдыр тип әйткән табипты һуғып осорорҙай булдым. Нисек инде йөрәгемде ярып сыҡҡан сабыйымды ташлап китәйем? Әлбиттә, тәүҙә ауыр булды, был хаҡта бер кемгә лә әйтмәнем. Хатта атай-әсәйем дә һиҙмәне, сөнки балам тәү ҡарауға һис ауырыуға оҡшамаған. Ҡыҙым сос, шаян, мин уны бөтөнләй инвалид тип әйтмәҫ инем. Быны ниндәйҙер ҡот осҡос хәл итеп ҡабул итмәйбеҙ, беҙ уны яратып, иркәләп кенә үҫтерәбеҙ.