Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 19:25

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” йәйғорҙай балҡыны

Стәрлетамаҡта “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип аталған ҙур форум үтте.

Стәрлетамаҡта “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип аталған ҙур форум үтте.


Төрлө йәштәге, эшмәкәрлектең төрлө даирәһендә шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙы йыйҙы ул. Ҡала мәҙәниәт һарайы майҙанында көнө буйы мастер-кластар, тренингтар, билдәле табиптарҙың консультациялары һәм күргәҙмәләре үткәрелде. Балалары менән килгән әсәләр өсөн күңел асыу саралары ла ойошторолдо.


“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең хөрмәтле ҡунаҡтары араһында Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова бар ине. Шулай уҡ сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты.


“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” төрлө йүнәлештәр буйынса эшләне: сәнғәт өлгөләре, аҫыл зат стиле, туҡланыу, аш-һыу күргәҙмәһе, балалар интеллектын үҫтереү һәм башҡа мауыҡтырғыс саралар. Табиптарҙан кәңәш алырға теләүселәр ифрат күп ине. Республиканың танылған онкологтарын, маммологтарын һәм терапевтарын күреү бәхете көн дә эләкмәй бит стәрлеләргә. Ә бында ҡанда глюкоза кимәлен шунда уҡ аныҡлаусы экспресс-тест үтергә, хатта процедуралар үтеү мөмкинлеге булды.


Матурлыҡ салоны, дизайнер кейеме оҫталары, стилистар бар халыҡты үҙенә ҡаратты. Кемдер — прическа, кемдер макияж серҙәрен үҙләштерҙе. Сараның иң төп өлөшөн “Һине бәхет көтә” лекция-тренингы яуланы. Социология фәндәре докторы, медицина фәндәре кандидаты, табип-психотерапевт Сергей Капицаны тыңлау бик күп ҡыҙыҡлы яңылыҡтар асты.


— “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” — тотош бер донъя ул. Ул — ғаилә, балалар, ата-әсәләр, дуҫтар һәм тағы ла күп нәмәләрҙе үҙ эсенә ала, — тине Каринэ Хәбирова һәм ҡатын-ҡыҙҙарға һәр һөйөнөс менән ғаилә ағзалары һәм әйләнә-тирәләге дуҫ-таныштар менән уртаҡлашыуҙарын теләне.


Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: