Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 19:00

Үкерә-үкерә төн үткәргән…

Бына һиңә батыр әбей 83 йәшендә бер үҙе биҙрә тотоп, Хабаровск крайы урманына бәшмәк йыйырға киткән һәм… эҙһеҙ юғалған.

Бына һиңә батыр әбей 83 йәшендә бер үҙе биҙрә тотоп, Хабаровск крайы урманына бәшмәк йыйырға киткән һәм… эҙһеҙ юғалған.


“ЛигаСпас” ҡотҡарыусылары ҡарсыҡты эҙләргә йүнәлгән. Бер тәүлектән һуң ғына һаҙлыҡлы урында биленән батҡан әбейҙе табалар.


Ҡотҡарыусылар төндә айыу өңөнә яҡын ерҙә бәшмәк тултырылған биҙрәне күреп ҡала. Эҙәрмәндәр хайуандар үкереүенә оҡшамаған тауыш ишетә, барып ҡараһалар: соҡорҙа бәшмәксе әбей! Бәләгә тарыусыны һаҙлыҡлы ерҙән тартып сығарғас, эргәлә генә урман “батшаһы” айыуҙы күреп ҡалалар. Бер кем дә ҡазаға тарымай. Ныҡ стресс кисергән оло кешене дауаханаға оҙаталар.




Фото: Newsbel.by.
Читайте нас: