Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 16:00

Кешеләргә шатлыҡ өләшәләр

Һәр һөнәрҙең үҙенсәлеге бар: берәүҙәр кеше һаулығы һағында торһа, икенселәр балаларға белем бирә, өсөнсөләр беҙҙең өсөн йылы һәм матур йорттар төҙөй. Тап уларҙың оҫта ҡулдары аша әллә күпме төҙөлөш объекты сафҡа инә. Ошо көндәрҙә кешеләргә шатлыҡ һәм ҡыуаныс бүләк итеүсе төҙөүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Әбйәлил районының Тупаҡ мәктәбен төҙөүселәр менән яҡындан аралаштыҡ.

“Үҙебеҙҙең эшкә ҡарап, күңел һөйөнә”


Һәр һөнәрҙең үҙенсәлеге бар: берәүҙәр кеше һаулығы һағында торһа, икенселәр балаларға белем бирә, өсөнсөләр беҙҙең өсөн йылы һәм матур йорттар төҙөй. Тап уларҙың оҫта ҡулдары аша әллә күпме төҙөлөш объекты сафҡа инә. Ошо көндәрҙә кешеләргә шатлыҡ һәм ҡыуаныс бүләк итеүсе төҙөүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Әбйәлил районының Тупаҡ мәктәбен төҙөүселәр менән яҡындан аралаштыҡ.


Эшселәр өсөн иң ҡыҙыу мәл: улар объектты яңы уҡыу йылына тапшырырға әҙерләнә. Рөхсәт алып, штукатур-буяусылар, биҙәкләүселәр янына үтәбеҙ. Уларҙың етеҙ ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Белорет ҡалаһынан Гөлнара Яруллина менән Нәсихә Миңлеханованың төҙөлөштә эшләүҙәренә утыҙ йылдан ашыу. “Башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, был шөғөл үҙебеҙгә бик оҡшай”, — тине улар.


— Сығышым менән Үткәл ауылынанмын. Һигеҙенсе кластан һуң Белорет ҡалаһының 36-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға керҙем. Уны тамам­лағандан бирле төҙөлөш тар­мағында эшләйем. Еңелдән түгел, әммә яратҡан хеҙмәт күңелгә рәхәтлек тойғоһо бирә. Йорттар төҙөп, кешеләрҙең ҡыуанысын күреү — үҙе ҙур бәхет. Социаль объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ҙа халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу өсөн башҡарыла бит. Әле беҙ төҙөгән белем усағында тиҙҙән балаларҙың шат тауышы яңғы­раясаҡ. Был — хеҙмәтебеҙҙең төп һөҙөмтәһе, — тип йылмайҙы Гөлнара Ильяс ҡыҙы.


Әйткәндәй, тормош иптәшен дә ул төҙөлөштә осратҡан. Илсур Яруллин — һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе. “Элегерәк эш ауыр ине, эзбиз менән бумаланан башҡа биҙәү әйберҙәре булманы, бөгөн төҙөлөш мате­риалының ниндәйе генә юҡ, йырлап эшләргә мөмкин. Үҙебеҙ башҡарған эшкә ҡарап, күңел ҡыуана”, — ти биҙәкләүсе.


Яруллиндар Розалия исемле ҡыҙ үҫтергән, әле ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған олатай һәм өләсәй улар.


Ә бына Нәсихә Миңле­ханованың улы Амад, әсәһенең юлын дауам итеп, төҙөлөштә эшләй. Әбйәлил районының Әүмеш ауылы ҡыҙы Дания Мәхмүтованың да хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә яҙыу. 15 йылдан ашыу төҙөлөштә эшләүсе ханым үҙ шөғөлөнән ҡәнәғәт:

— Йәшәйеш алға бара икән, төҙөлөш тә һәр саҡ буласаҡ. Шуға беҙҙең һөнәргә ихтыяж бар, хеҙмәтебеҙ кәрәкле һәм халыҡҡа шатлыҡтар ғына бүләк итә, — ти ул.


Төҙөлөш майҙанында тәүге хеҙмәт юлын башлаусыларҙы ла осратырға мөмкин. Йәштәр­ҙең был өлкәгә килеүе, эшсе һөнәрен үҙ итеүе маҡтауға лайыҡ, әлбиттә.


Белорет районының Межгорье ҡалаһынан Айҙар Миһ­рановҡа ни бары 22 йәш. Белорет ҡалаһының төҙөлөш колледжын уңышлы тамамлаған егет әрменән һуң хеҙмәт юлын төҙөлөштә иретеп йәбештереүсе булып башлаған. “Эшем ысынлап та оҡшай”, — тип йылмайҙы йәш белгес.


Төҙөүселәрҙең тырыш хеҙ­мәте һөҙөмтәһендә һанаулы ғына көндәрҙән өр-яңы белем усағы үҙ ишектәрен асыр, уҡыусылар матур кейенеп, ҡулдарына сағыу гөлләмәләр тотоп, яҡты, матур класс бүлмәләренә инер, шул саҡта улар, төҙөүселәр хеҙмәтен иҫкә алып, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерер. Ә матур йорт һалыу­сылар өсөн ошонан да олораҡ бәхет юҡтыр.
Читайте нас: