Өфөнөң Орджоникидзе районында шундай ҡот осҡос хәл теркәлгән.
Бер ҡатын яңы танышы менән әхирәтенә ҡунаҡҡа килә. Арыу уҡ һалмыш булғас был икәү залға, хужабикә үҙ бүлмәһенә йоҡларға ята. Төндә нимәгәлер хужабикә ятҡан бүлмәгә ҡунаҡ ҡатын килеп инә. Шунда уҡ ятҡан эт ҡапыл уға ташлана һәм бер нисә тапҡыр тешләй. Күп ҡан юғалтыуҙан ул һәләк була.
Һуңғы арала эттәрҙең кешегә ташланыуы тураһында интернетта күп уҡырға тура килә. Дүрт аяҡлы тоғро дуҫтарыбыҙҙың агрессив булып китеүенә нимә сәбәпсе һуң?
Кешеләрҙең мөнәсәбәтенә ҡарата яуап түгелме икән был?