Бер нисә көн элек кенә “Башҡортостан” гәзите сайтында малдарҙы урлау осраҡтары, шуға абай булыу кәрәклеге хаҡында иҫкәрткәйнек.
6 авгусҡа ҡарай төндә Туймазы районында аяныслы хәл булған.
Туймазы районының Алексеевка ауылынан ферма көтөүсеһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Кемдер төндә, урындағы ауыл хужалығы фермаһының йоҙағын онтап инеп, һыйырҙы урлаған.
Бар эшсәндәр малды эҙләгән, әммә унан елдәр иҫкән. Уны аҙаҡ ауылдан 3,5 километр алыҫлыҡтағы урманда тапҡандар. Дөрөҫөрәге, һыйыр ҡалдыҡтарын ғына күргәндәр. Баҡтиһәң, бер яуыз әҙәм малды һуйған да итен алып ҡасҡан.