Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 19:06

Һәр көн йәмле булһын тирә-йүн

Йәшәү мөхитебеҙҙең йәмлелеге, күркәмлеге, иплелеге тик үҙебеҙгә бәйле.

Йәшәү мөхитебеҙҙең йәмлелеге, күркәмлеге, иплелеге тик үҙебеҙгә бәйле.


Бына ошо хаҡта онотмай Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар халҡы. Урындағы ағинәйҙәр, ауыл клубы, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм тотош ауыл халҡы төрлө сараларҙа дәррәү ҡатнаша. Күптән түгел бында тирә-яҡ мөхитте таҙартыу маҡсатында экологик өмә ойошторҙолар.


Ауыл уртаһында урынлашҡан күл, зыярат эргәһе ипкә килтерелде. Өҫтәүенә яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләрҙең йорт-ихатаһы эргәһе лә сүп-сарҙан таҙартылды.


Фото Karmaskalu.info
Читайте нас: