Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 20:15

Өсөнсө тапҡырға — игеҙәктәр!

Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында йәшәүсе 31 йәшлек ҡатын өсөнсө тапҡыр бер-бер артлы игеҙәктәр тапҡан. Был күңелле лә, ғәжәп тә ваҡиға хаҡында Мәскәү өлкәһендәге балалар омбудсмены Ксения Мишонова хәбәр иткән.

Әсәнең ете балаһы бар. Тәүҙә ҡыҙы тыуа, аҙаҡ бер-бер артлы өс пар игеҙәктәр донъяға килә. Барыһын да Химкиҙағы бер үк бала табыу йортонда тапҡан. Игеҙәктәр тыуыуы ғәжәп түгел, ә бына өс тапҡыр рәттән игеҙәк сабыйҙар тыуыуы шаҡ ҡатырлыҡ.

Фото: Lenta.ru
Читайте нас: