Брюссель аэропортында июнь аҙағына тиклем һарыҡтар хеҙмәт иткән. Бында йөҙ малҡайҙы "эшкә" ҡабул иткәндәр.
Һарыҡтар газон сапҡыстарҙы алмаштырған. Үҙ бурыстарын башҡарғандан һуң, уларҙы фермаға кире ҡайтарғандар.
Мадридтың Каса-де-Кампо паркы ла йыл һайын был бурысты хеҙмәт хаҡы талап итмәгән хайуандарҙан башҡарта. 2013 йылда Парижда ла ошондай тәжрибә үткәрелгән.