Ай буйына оло кешегә һәм уның һаңғырау улына ярҙам иткән ирекмәндәрҙең асыуы сиктән ашҡан. Баҡһаң, әбейҙең ейәнсәре йәнә Тоня әбейҙең пенсияһын һәм инвалид улы Андрейҙың пособиеһын тартып алған.
Ирекмәндәр полицейскийҙар менән бергә ҡыҙҙың өйөнә барып, ни өсөн уның тағы ла әбейҙе аҡсаһыҙ ҡалдырыуын асыҡларға, был хәлгә нөктә ҡуйырға булды. Ейәнсәренең әбей өҫтөнән опекунлыҡ алмауы билдәле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Тоня әбей менән уның улының ас йәшәүе хаҡында июль башында ишетелде. Кешеләр урам буйында 84 йәшлек әбейҙең илай-илай бәпембә ашап йөрөүен күреп ҡала. Уның өйөндә икмәк валсығы ла булмай. Пенсияларын ейәнсәре Анастасия алып торған.
Максимовка ҡасабаһында йәшәгән оло кешегә күптәр ярҙамға ашыға: йортон тәртипкә килтерәләр, кейем- һалым, аҙыҡ-түлек алалар. Әле өйҙәренә канализация үткәреү өсөн аҡса йыялар. Уларға тағы ла бер мәсьәләне хәл итергә, пенсияны ейәнсәренең ҡулына төшөрмәү, әбей үҙе алып тотонһон өсөн опека органдары менән кәңәшләшергә кәрәк.