Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2019, 18:13

Дуҫын яҡлайым тип, һәләк булған...

Нуриман районында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 41 йәшлек ирҙе танышын үлтереүҙә ғәйепләй.

ctstyle.ru
ctstyle.ru
Нуриман районында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 41 йәшлек ирҙе танышын үлтереүҙә ғәйепләй.
18 июндә полиция хеҙмәткәрҙәре Павловка ауылында 62 йәшлек ирҙен мәйетен таба. Тәфтишселәр тәүҙә был ваҡиғаның эҙенә төшә алмай, әммә тикшереү барышында улар фажиғә булған төндә йортта, хужанан тыш, бер фатирҙаш ирҙең, тағы ла өс ирҙең булыуын асыҡлай. Кәйеф-сафа ҡорғандан һуң ҡунаҡтар ҡайтып китә, ә бер ир ҡала. Тик уларҙы оҙатҡандан һуң, йорт хужаһы менән фатирҙаш ир араһында низағ ҡуба, улар һуғыша башлай. Ҡунаҡта тороп ҡалған ир был икәүҙе айырырға уйлай, әммә фатирҙаш ир тегене дөмбәҫләргә тотона, ныҡ ҡына туҡмай. Ауыр йәрәхәттәрҙән ҡунаҡ урында йән бирә.
Башҡортостандың Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, ғәйепләнеүсе тәүҙә ғәйебен танымай, был хәлдең яңылышлыҡ арҡаһында булыуын аңлатырға тырыша. Әммә суд-медицина экспертизаһы башҡаса фекерләй.
Тәфтишселәр фатирҙаш иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан, тикшереү дауам итә.
Читайте нас: