Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2019, 16:09

Һигеҙ сәғәт ваннала ултыра

Любовь Ивановна ваннаға диңгеҙ тоҙо һалып, күбек өҫтәп йыуынырға була.

vk.com
vk.com
Любовь Ивановна ваннаға диңгеҙ тоҙо һалып, күбек өҫтәп йыуынырға була. Аяғөҫтө менеп баҫып, ултырам тигәндә генә аяғы тайып китә лә ҡолай. Һәм... йәбешә.
Ҙур кәүҙәле ҡатын кәүҙәһен ваннанан айырып ала алмай, уның тәне шул тиклем ныҡ упҡан була. Бахыр Любовь Ивановна ете сәғәт буйы - төшкө 1-ҙән киске 7-гә хәтлем ярҙамға саҡырып ҡысҡыра. Күрше ҡатын тауышын ишетеп ҡалып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәрен саҡырмаһа нимә булыр ине - уйлауы ла ҡурҡыныс.
Бер сәғәттән килеп еткән ҡотҡарыусылар дүртәүләп хужабикәне ванна әсирлегенән ҡотҡара. Был хәл 30 июлдә Һамар ҡалаһында була.
Читайте нас