Учалы районының Ахун ауылында бер йәшлек сабый һәләк булған.
Ғәҙәттә, биш йәшлек ҡыҙ һәм бер йәшлек малай иртәнге сәғәт 10-дарға тиклем йоҡлаған, шуға ла әсәй кеше, улар уянғансы ҡайтып етеренә ышанып, көртмәле йыйырға китә. Тик бөтә нимә лә беҙ уйлағанса ғына булмай шул…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай иртәрәк уяна һәм шешәләге аҙығын алырға уйлап өҫтәлгә үрмәләй. Ул муйынынан өҫтәл аяғы менән стена араһына ҡыҫыла, һәм сабый тын ала алмайынса йән бирә… Кәүҙәһен өләсәһе таба.
Балаларҙы күҙ уңынан бер секундҡа ла ысҡындырырға ярамай ҙа бит…