Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2019, 14:43

Сүмес менән һуғып үлтергән...

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 35 йәшлек ир үҙенең һөйәркәһен үлтереүҙә ғәйепләнә.

chistovik.infо
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 35 йәшлек ир үҙенең һөйәркәһен үлтереүҙә ғәйепләнә.
Аяныслы ваҡиға коллектив баҡсала теркәлгән. Асыҡланыуынса, икәү араһында ғауға сыға, күп уйлап тормай, ир ауыр сумес менән ҡатындың башына бер нисә тапҡыр тондора. Уныһы алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ һәләк була. Яуыз ниәтле ир ваҡиға урынынан ҡаса һәм йәшеренергә уйлай.
Шуныһы үкенесле: ҡатындың йәш балаһы ла булған. Ир кешенең элек тә ҡатынға ҡул күтәреүе асыҡланған.