Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2019, 16:52

Самолеттар бәрелешкәндә ғаиләһен юғалтҡан ир нисек йәшәй?

Был фажиғә Башҡортостан халҡына яҡшы таныш. 17 йыл элек Германияның Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә беҙҙең республиканың иң һәләтле һәм тырыш балалары вафат булғайны. Күктә беҙҙең самолет менән йөк самолеты бәрелешә. 52 бала һәм 19 өлкән кешенең ғүмере өҙөлә.

Инстаграм
Был фажиғә Башҡортостан халҡына яҡшы таныш. 17 йыл элек Германияның Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә беҙҙең республиканың иң һәләтле һәм тырыш балалары вафат булғайны. Күктә беҙҙең самолет менән йөк самолеты бәрелешә. 52 бала һәм 19 өлкән кешенең ғүмере өҙөлә. Сәбәбе – диспетчер хатаһы, тик Питер Нильсенға тейешле яза бирелмәй.
Был һәләкәттә осетин кешеһе, билдәле архитектор Виталий Калоевтың да ҡатыны, ҡыҙы, улы һәләк була. Ир ҡайғыһынан ни эшләргә белмәй, ғәҙеллек эҙләп, диспетчерҙың өйөнә бара. Ул Нильсенға үлгән балаларының фотоһын күрһәтергә теләй. Тегенеһе этеп ебәргәс, хис-тойғоларына хужа була алмай, уны үлтерә. Цюрих суды ватандашыбыҙҙы тәүҙә һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итә, тик бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ярлыҡай һәм өйөнә ҡайтыра.
Виталий Калоев ҡайғыһын үтә ауыр кисерә. Оҙаҡ йылдар яңғыҙы йәшәй. Төрмәнән ҡайтҡас, Төньяҡ Осетияның төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары вазифаһында эшләй. Ике йыл элек иһә ул яңынан өйләнә. Ә былтыр Хоҙай ирҙең бар ҡайғылары өсөн игеҙәк ҡыҙ менән малай бүләк итә. Балаларға тәүгеләренең исемдәрен бирәләр – Максим менән София.
Күптән түгел Калоев сабыйҙарын тәүге тапҡыр халыҡҡа күрһәтте. Фоторәсемдә улы менән ҡыҙы осетин милли кейемдәрен кейгән, уларға декабрҙә берәр йәш туласаҡ. Ир бик бәхетле күренә.
Был фажиғә буйынса роман яҙылды, ике фильм төшөрөлдө.