Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2019, 21:20

Ҡатын менән ир мәйете табылған

Янғын һүндереүселәр 63 йәшлек йорт хужаһының мәйетен тапҡан. Белгестәр уның күкрәгенә бысаҡ менән сәнсеү һөҙөмтәһендә үлеүен асыҡлаған.

Ki-news.ru
Ki-news.ru
Борай районының Таңғатар ауылында бер йортто “ҡыҙыл әтәс” юҡҡа сығарған.
Янғын һүндереүселәр унда 63 йәшлек йорт хужаһының мәйетен тапҡан. Белгестәр уның күкрәгенә бысаҡ менән сәнсеү һөҙөмтәһендә үлеүен асыҡлаған. Унан һуң 38 йәшлек ҡатындың мәйете табылған.
Асыҡланыуынса, үткән йомала йорт хужаһына ҡунаҡтар килгән. Ни сәбәптәндер ике ир араһында низағ сыҡҡан: ҡунаҡ хужаны бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Был ғына етмәгән йүнһеҙ әҙәмгә. Ул шунда булған ҡатынды һуңғы тын алышына тиклем таяҡ менән туҡмаған.
Ҡулға алынған ир – II төркөм инвалиды, уның психик тайпылыштары булған. Әле үлтереүсенең янғынға сәбәпсеме, түгелме икәнлеге лә асыҡлана.
Читайте нас: