Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2019, 19:53

"Ни йөрәк менән Сафияны ҡалдырып киттегеҙ?"

"Ундай баланы тапҡас, бер төрлө итеп ҡара, айыраһың", - тип яҙғандар ҙа бар.

Фотоһүрәт артистың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фотоһүрәт артистың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина ошо көндәрҙә Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан.
Уның социаль селтәрҙәге битендә ҡыҙы Камилә һәм улы Нурсолтан менән төшкән фотоларҙы күреп, ҡайһы берәүҙәр үпкәһен белдергән. " Сафияны ни йөрәк менән ҡалдырып киттегеҙ? – тип яҙғандар ҙа бар. Икенселәре: "Ундай баланы тапҡас, бер төрлө итеп ҡара, айыраһың", – тип ҡатыраҡ та өҫтәгән.
Уларға Земфира иһә: "Бында эш айырыу- айырмау ҙа түгел, ә ҙурыраҡтарына ла ял итергә кәрәклеген һиҙеп, бер аҙ онотолоп торорға, иркәлек-наҙҙан уларға ла өлөш сығарырға кәрәк тигән уй менән диңгеҙгә икеһен генә алып барҙым. Рәдифтең ваҡыты булһа, барыбыҙ ҙа бергә барыр инек – гастролдәре мәленә тура килде. Былтырғы тәжрибә буйынса, Сафия беҙҙең менән булһа, Нурсолтан бары Сафия өсөн борсолоп, өҙгөләнеп бөтөр ине. Был юлы икеһе рәхәтләнде, тик һәр саҡ уйҙарында Сафия булды, уны уйлап, башҡа балалар менән сағыштырып йөрөнөләр. Улымдан, Сафияһыҙ нисек, тип һорағас: “Яҡшы, әммә уны һағынам, уның өсөн борсолам”, – ти. Сафияны ҡарау был баланың ҡанына һеңгән икән, тип уйлап ҡуйҙым да, ярай, Сафияһыҙ килмәҫбеҙ, тинем", – тип яуаплаған.
Читайте нас: