Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 20:10

Ҡартты үлтерәм тип шартлатҡыс ҡуйғандар...

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Кутузов тыҡрығындағы шәхси йорттарҙың береһендә шартлау була. Ҡапҡа ишегенә тарттырып ҡуйылған шартлатҡысҡа эләгеп, 72 йәшлек өй хужаһы ауыр яралар ала.

vk.com/antypicalstr

Зыян күреүсенең ғүмеренә дәғүәселәре ҡул һуҙған тип фаразлана. Ир шәхси йорттарҙа газ ҡорамалдары ҡуйыу менән шөғөлләнгән була, ә был ҡайһы бер әҙәмдәргә оҡшап етмәй.
Әлегә мәлдә хәл асыҡлана, шаһиттарҙан күрһәтмәләр йыйыла, экспертиза үткәрелә.
Читайте нас: