Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 13:14

Нуғайҙа пистолеттан атышҡандар

“Ғүмерҙә лә ошондай хәлдең беҙҙең ғаилә, йорт менән булыуы хаҡында уйлап та бирмәгәйнем. Хас 90-сы йылдарҙағы бандиттар тураһындағы сериалдағысамы ни?! Был зәңгәр экрандарҙа түгел, ысынбарлыҡта булғас, күпкә ҡурҡынысыраҡ”, – тип яҙған ул.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы
Нуғай ауылында йәшәгән бер ҡатын социаль селтәрҙә йорттарына ҡорал менән һөжүм итеүҙәре хаҡында хәбәр иткән.
“Ғүмерҙә лә ошондай хәлдең беҙҙең ғаилә, йорт менән булыуы хаҡында уйлап та бирмәгәйнем. Хас 90-сы йылдарҙағы бандиттар тураһындағы сериалдағысамы ни?! Был зәңгәр экрандарҙа түгел, ысынбарлыҡта булғас, күпкә ҡурҡынысыраҡ”, – тип яҙған ул.
Баҡтиһәң, шәмбе төнөндә күрше ҡатын етәкселегендә ҡоралланған бер төркөм иҫерек кешеләр уларҙың йортона ҡурҡытыу маҡсатында килгән. Төркөм хатта пистолеттан ата, йортҡа таш бәрә башлаған. Бер таш йорт хужаһының башына эләккән. Ул һаҡланыу маҡсатында травматик ҡоралдан һауаға атҡан. Ә күршеләр быға яуап итеп уларҙың йорттарын яндырыу менән янаған.
“Полиция килгәс, был кешеләр үҙҙәренә ярҙамға тағы кешеләр саҡыра башлаған. Тик икенсе полиция машинаһы ғына килгәс, һөжүм итеүселәрҙең ҡыҙыулығы кәмей төштө”, – тип хәбәр итә ҡатын.
Был аяныслы хәлгә дөйөм биләмәне тәртипкә килтереү тураһындағы һорау килтергән икән. Бәләгә тарыған йорт хужаһы күрше ҡатындан юлға һалынған бер нисә тонна ҡомдо алыуҙарын һораған. Ошо хәлгә үпкәләгән ҡатын уның үтенесенә ҡолаҡ һалмаған, киреһенсә, “һуғыш” ойошторған.
Читайте нас: