Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 16:20

Тимерсенең ҡулында тимер ҙә бөгөлә

Барахаевка ауылына килеп ингәс тә, күп кенә шәхси йорттарҙың семәрләп эшләнгән ҡапҡа-ишектәренә, ихаталарҙағы эскәмйәләргә, бәүелсәктәргә, хатта сүп-сар һауыттарына иғтибар итмәй булдыра алманым. Ысынлап та, ябай тимергә оҫта ҡулы тейеп, бына тигән зауыҡлы, кәрәкле әйберҙәр донъяға тыуған. Бындай әкиәти, күңелгә ятышлы тимер әйберҙәр яһаған оҫтаға “афарин!” тип әйтеүҙән башҡа һүҙ табып булмай, минеңсә.

Барахаевка ауылына килеп ингәс тә, күп кенә шәхси йорттарҙың семәрләп эшләнгән ҡапҡа-ишектәренә, ихаталарҙағы эскәмйәләргә, бәүелсәктәргә, хатта сүп-сар һауыттарына иғтибар итмәй булдыра алманым. Ысынлап та, ябай тимергә оҫта ҡулы тейеп, бына тигән зауыҡлы, кәрәкле әйберҙәр донъяға тыуған. Бындай әкиәти, күңелгә ятышлы тимер әйберҙәр яһаған оҫтаға “афарин!” тип әйтеүҙән башҡа һүҙ табып булмай, минеңсә.


Ауылдың оҫтаһы Эдуард Тимерғәлин йәшәгән йорттоң ихатаһын күргәс тә, әкиәтең ары торһон, тип уйлап ҡуйҙым. Гөл-сәскә үҫтереүселәр йәне теләгән гөл һауытын һатып ала. Тимер ҡапҡаларҙың ниндәйе генә юҡ, уларҙы кеҫәңдең муллығына ҡарап, иң арзанынан алып ныҡ ҡиммәтлеһенә тиклем заказ буйынса эшләтергә мөмкин. Тәбиғәт ҡосағында шашлыҡ ҡыҙҙырыу, ит бешереү өсөн мангалдар, матур биҙәкле эскәмйәләр, почта йәшниктәре, ултырғыстар, беседкалар, үҙенә саҡырып торған бәүелсәктәр, балалар майҙансыҡтары, төрлө ҙурлыҡтағы ҡоймалар үҙенә берҙәй ылыҡтыра.
Эдуард Йәмил улы Красноярск өлкәһенең Игарка ҡалаһында тыуған, ҡасандыр ата-әсәһе шул яҡҡа эшкә киткән булған. 2014 йылдан бирле ир атаһы тыуған нигеҙҙә ғаиләһе менән йәшәй.
– Олатайым Шәрип тә, уның атаһы ла билдәле тимерселәр булған, улар эшләгән әйберҙәрҙе бөгөн булһа күптәр ҡәҙерләп һаҡлай. Атайым да – ҡул оҫтаһы, бәлки, тимергә булған һөйөүем уларҙан күскәндер, – ти Эдуард Тимерғәлин. – Шөкөр, бөгөн эшебеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ, үҙ ҡулланыусыларыбыҙ барлыҡҡа килде. Халыҡ араһында беҙҙең әйберҙәргә ихтыяж бар икән, тимәк, эшмәкәрлегебеҙ бушҡа түгел.
Красноярск өлкәһенән Башҡортостанға күсеп ҡайтҡас, уңған егет, туғандары менән кәңәшләшеп, үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Һөнәре буйынса ул – электромонтер ҙа, иретеп йәбештереүсе лә, токарь ҙа.
Йорт ихатаһында буранан тимерлек эшләп ҡуя, төрлө ҡорамал һатып ала. Шуныһы мөһим: Эдуард күп кенә станоктарҙы, яйланмаларҙы үҙ ҡулы менән эшләгән, үҙе уйлап сығарған. Цехта бөгөн ике кеше эш менән мәшғүл. Тимерсе егеттәр иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр төрлө ҡатмарлыҡтағы металл ҡоролмалар яһай, бында тимер сүкегән тауыш һис ваҡыт тынмай. Тимерлектә ябай ғына деталдәр үҙенең яңы формаһын, биҙәлешен ала. Үҙенә күрә оҫта ювелир эше ул. Дизайнын да алдан уйлап, үлсәмдәрҙә яңы­лышмаҫҡа кәрәк. Шуға оҫтанан ижади ҡараш, бай фантазия талап ителә. Асҡын районында Эдуардты хәҙер тәжрибәле тимерсе булараҡ беләләр.
Эшҡыуар ойошма-предприятиелар, халыҡ менән уңайлы килешеүҙәр нигеҙендә заказ буйынса тимер ҡапҡалар, ҡоймалар, баҫҡыстар, мунса өсөн мейестәр һәм башҡа әйберҙәр етештерә. Бынан тыш, цех хеҙмәткәрҙәре дизайн, үлсәү, буяу, ҡорамалдарҙы урындарға алып барыу һәм урынлаштырыу менән дә шөғөлләнә.
Эш башлағаны бирле эшҡыуар интернет-заказдар ҙа ҡабул итә. Мәҫәлән, бөгөн уның әйберҙәрен Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Екатеринбург, Ханты-Манси округтарынан яҙҙырып алалар.
– Әгәр ҙә туғандарым, район хакимиәте минең башланғысымда ярҙам ҡулы һуҙмаһа, был цехты эшләтеп ебәреү бик ҡыйынға тура килер ине. Рәхмәт барыһына ла, ә мин, үҙ сиратымда, уларҙың ышанысын аҡларға тырышырмын, – ти оҫта тимерсе.
Ныҡышмал егет киләсәктә тимерселек цехын киңәйтергә, етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Бының өсөн эш ҡулдары етерлек. Килем алыу нескә­лектәре лә үҙләштерелгән. Район ауылдарында тимерҙән яһалған семәрле матур ҡойма-ҡапҡаларға, башҡа әйберҙәргә ихтыяж ҙур, был яҡта халыҡ зауыҡлы йәшәргә тырыша.
Уңған егеттәр район үҙәген төҙөк­ләндереүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Район үҙәгендәге парк һәм скверҙарҙа оҫталар етештергән эскәмйә, йәшниктәрҙе күрергә мөмкин. Бынан тыш, Эдуард урындағы мәсетте тәртиптә тотоу, уны тәрбиәләү буйынса ла байтаҡ эш башҡара.


Алтын ҡулдар әлегә ассортиментты байытыу өҫтөндә эшләй. Киләсәктә эшҡыуар үҙе етештергән тимер әйберҙәре менән күптәрҙе ҡыуандырырға, уларҙы сифатлы һәм арзан продукция менән тәьмин итергә ниәтләй, ә бының өсөн һәйбәт шарттар бар, оҫталарҙың ҡулы ғына талмаһын.


Асҡын районы.
Читайте нас: