Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 16:45

24 йыл ҡасып йөрөгән енәйәтсе тотолған

24 йыл элек Кемерово өлкәһендә була был хәл. Низағ сығып, бер ир бергә йәшәгән ҡатынды, уның бәләкәй ҡыҙын сәнсә, аҙаҡ үҙенә бер нисә тапҡыр сәнсә. Уларҙың өсөһөн дә дауаханаға тиҙ ярҙам менән килтерәләр. Ир, аңына килгәс, ҡаса һәм тайгала йәшенә.

Быйыл июль урталарында дауаханаға тәне һыҙырылып, сыйылып бөткән, ныҡ өшөгән ирҙе килтерәләр. Уның бер документы ла булмай сыға.

Аҙаҡ һорашып, ир тураһындағы мәғлүмәтте компьютерға теркәгәс, уның менән оперативниктар ҡыҙыҡһына башлай һәм күптән федераль эҙләүҙә булған кешене таныйҙар. Ике кешенең ғүмеренә үлем менән янаусы тип ғәйепләнгән был әҙәм Иркутск өлкәһендә 24 йыл буйы ҡасып йөрөй. Ошо йылдар эсендә ҡасҡын тайгала йәшәй, һунарсылыҡ итә. Табышын урындағы халыҡҡа, туристарға һатып көн күрә.

Һорау алыу мәлендә ул ғәйебен таный. Баҡтиһәң, ул ҡатынды һәм ҡыҙҙы үлгән тип уйлап, яуаплылыҡтан ҡасып йөрөгән.

Әле ир психологик-психиатритик экспертиза үтеп йөрөй. Әгәр үҙ аҡылында тип табылһа, уға 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Бәлки, ирҙең оло йәштә һәм инвалид булыуы хөкөмдө еңеләйтер. Шунса ғүмер үтһә лә, уның эше мотлаҡ судта ҡараласаҡ.

Фото:mail.ru
Читайте нас: