Йәмғиәт
14 Августа 2019, 12:01

Архангел ихаталары күркәм

Үҙенең һәр эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район үҙәктәрендә подъездар ремонты һәм ихаталар төҙөклөгө менән таныша. Архангел ауылында ла бынан ситләшмәне етәксе.

Үҙенең һәр эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район үҙәктәрендә подъездар ремонты һәм ихаталар төҙөклөгө менән таныша. Архангел ауылында ла бынан ситләшмәне етәксе.


Ворошилов урамындағы ике йортта йәшәгән кешеләр һыуы ағып торған ҡыйыҡ тураһында әйтте. Бында эштәр технологияларҙы боҙоп башҡарылған икән. Улар шулай уҡ үҙ ихаталарын “Башҡортостан ихаталары” программаһына индереүҙе һәм унда спорт майҙансығы төҙөүҙә ярҙам итеүҙе һораны. Радий Фәрит улы белдереүенсә, был аҙнала уларға республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары киләсәк һәм йорттарҙың торошон тикшерәсәк.


– Ҡыйыҡты быйыл уҡ ремонтларға, ихата төҙөкләндереү һәм спорт майҙансығын төҙөүҙе киләһе йылға программаға индерергә кәрәк. Әммә көҙ көнө мотлаҡ халыҡ менән осрашып, фекер алышырға, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алыу шарт, – тип район хакимиәте башлығына йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров.


Был йорттарҙың береһендә йәшәгән 76 йәшлек Алевтина Карпова республика етәксеһенә үҙе ултыртҡан һәм тәрбиәләгән сәскәләр клумбаһын күрһәтте. Радий Фәрит улы фекеренсә, бындай башланғыстар хупланырға тейеш.


Совет урамында республика етәксеһе яңы ремонтланған подъездарҙың береһенә инеп сыҡты һәм шулай уҡ халыҡ менән аралашты. Кешеләр уға иғтибары һәм күркәм подъездары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.


– Хәҙер подъездарға инеүе күңелле, ихаталарҙа балалар майҙансығы, матур эскәмйәләр, яңы тротуарҙар бар, яҡты. Беҙҙең бурыс – быларҙы һаҡлау һәм башланғыс күрһәтеп, үҙебеҙгә ағастар һәм сәскәләр ултыртыу, – тине бында йәшәгән ҡатындарҙың береһе.


Быйыл Архангел ауылында биш подъезд ремонтланасаҡ. Берәүһенең хаҡы – 129 мең һум самаһы. Шулай уҡ өс миллион һумға өс ихата биләмәһен төҙөкләндереү бара. Уларҙың бөтәһенә лә асфальт һалынған, балалар майҙансығы ҡуйыла башлаған, яҡтылыҡ эшләнгән.


Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас