Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 00:27

Луиза: вәт, ышан ирҙәргә!

Ә Луизаның үҙенең хәлдәре нисек икән? Бер мәлгә онотолоп торҙо кеүек бит. Ире Мараттан да күптән яңылыҡтар ишеткән юҡ.

"Бәйләнештә" социаль селтәренән
"Бәйләнештә" социаль селтәренән
Луизаны ҡабатлаусылар күбәйеп китте әле. Аҙна һайын тиерлек әле теге банкта, әле был банкта сираттағы кассир миллиондарҙы урлаған тигән хәбәрҙе ишетеп кенә торабыҙ. Ҡыҫҡаһы, Луиза яңы мода "йоҡторҙо".
Ә Луизаның үҙенең хәлдәре нисек икән? Бер мәлгә онотолоп торҙо кеүек бит. Ире Мараттан да күптән яңылыҡтар ишеткән юҡ.
Хәлдәре шәптән түгел Луизаның. Тәфтиш изоляторында ултырыуын дауам итә, яңы адвокаттары әллә бар, әллә юҡ, аңлашылмай. Үҙе ул һаман бер комментарий бирмәй.
Ире Маратҡа килгәндә, уның хәлдәре көйлө, кәйефе көр. Ир төрмәгә ултырмаясағына ныҡлы ышана, тиҙәр. Ҡиммәтле телефон тотоп, зауыҡлы кейенеп ыҫпай ғына йөрөп ята икән. Бына һиңә мөхәббәт...
25 миллион һумдың яҙмышы шулай уҡ билдәле түгел. Марат уларҙы "юҡ, уйнап бөттөм" ти. Тик үҙен ғәйепле һанамай. Һанамай инде, уның ҡулы менән түгел, ә ҡатыныныҡы менән урланған бит. Закон алдында ла Луиза ғәйепле, уның аҡсаны кем өсөн һәм ниндәй маҡсатта урлауы мөһим түгел.
Ә бит Марат уны "урламаһаң, полицияға тапшырам" тип ҡурҡытып алдырған аҡсаны. Ышан ошонан һуң ир-атҡа. Ул ҡасандыр яратҡан ирең булһа ла...
Читайте нас: