Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 20:00

Ҡатын ирҙең ҡулдарын ебәрмәгән...

Бөгөн иртән күп ҡатлы йорттоң һигеҙенсе ҡатындағы балконда эленеп торған ир Сипайлово биҫтәһе халҡын ҡурҡыуға һалды.

Бөгөн иртән күп ҡатлы йорттоң һигеҙенсе ҡатындағы балконда эленеп торған ир Сипайлово биҫтәһе халҡын ҡурҡыуға һалды.


Был хәлде күреп ҡалған кешеләр ҡотҡарыусыларға хәбәр итә һала. Улар тиҙ генә килеп етһә лә, фатир эстән бикле булыу сәбәпле инә алмайҙар. Ишекте инструменттар менән асырға тура килә. Ирҙең ҡатыны өйҙә булһа ла, ишеккә яҡын бара алмай, сөнки ул хәләл ефетенең ҡулдарын ебәрмәй тотоп торған була.


Шаһиттарҙың әйтеүенсә, ир яндауыр аша төшөргә уйлаған.


Фото: Г. Тутаева.
Читайте нас: