Рәсәйҙә Даун синдромлы кеше һаны күбәйеүе билдәләнде. Һуңғы биш йылда 30 процентҡа кинәт артҡан. Әле рәсми рәүештә теркәлгән 19 мең пациент бар.
Статистиканан күренеүенсә, бындай кешеләрҙең иң күбе Ингушетияла, Кострома өлкәһендә һәм Алтай республикаһында йәшәй. Ә Силәбе һәм Пенза өлкәһендә, Приморье крайында Даун синдромлы кешеләр аҙ.
Билдәле булыуынса, Даун синдромы — генетик сир. Ул генетик аномалия һөҙөмтәһендә, кеше организмында өҫтәмә хромосома барлыҡҡа килгәндә башлана.
Фото: фонд “Синдром любви”