Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 14:47

Газ, һыу, юл!

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Благовещен ҡалаһына эш сәфәре “Төньяҡ” биҫтәһенән башланды. Бында төҙөлөш 1993 йылда уҡ башлана һәм ошоға тиклем һаман дауам итә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Благовещен ҡалаһына эш сәфәре “Төньяҡ” биҫтәһенән башланды. Бында төҙөлөш 1993 йылда уҡ башлана һәм ошоға тиклем һаман дауам итә. Йәмғеһе 2500 ер участкаһы бүленгән.


Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Баҙыҡшанов белдереүенсә, бөгөн биҫтәлә меңдән ашыу кеше йәшәй. Яйлап һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителә. 2011 йылдан алып дөйөм хаҡы 5,6 миллион һум тәшкил иткән 5 километрҙан ашыу һыу үткәргес торбалар һалынған.


Әле был эштәр өс этапҡа бүленгән һәм дауам итә. 14,3 километры һалынған, 2020 йылда тамамланырға тейеш эштәрҙең дөйөм хаҡы 103 миллион һум тәшкил итәсәк. Благовещен ҡалаһы башлығы Радий Хәбировтан 2020 йылға планлаштырылған аҡсаларҙың бер өлөшөн быйылға күсереүҙе һораны. Был эштәрҙе һәр яҡлап комплекслы башҡарыу өсөн кәрәк. Радий Фәрит улы ризалығын белдерҙе.


Биҫтәлә газ үткәреү буйынса ла эштәр дауам итә. Ул ҡайһы бер урамдарға үткән. Артабан был эште дауам итер өсөн 35 миллион һум аҡса кәрәк. Республика бюджетынан финанслау талап иткән юлдар ремонты ла дауам итә. Биҫтәнең дөйөм юл япмаһы 47 километр. Радий Фәрит улы белдереүенсә, республика уларға юл техникаһы менән ярҙам итәсәк. Был эштәрҙе арзанайта һәм тиҙләтәсәк. Ҡала бюджеты иҫәбенә тышҡы яҡтылыҡты ҡуйыу эше дауам итә. Тик аҡса етмәй. Бар биҫтәне яҡтыртыу өсөн 35 миллион һум аҡса кәрәк.


Радий Фәрит улы муниципалитет етәкселеге һәм биҫтә халҡы менән аралашты. Яңы биҫтәләрҙә иң тәү иғтибарҙы һыу, газ һәм юлдар мәсьәләһенә бүлергә кәрәклеген әйтте ул.


Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: