Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәм башҡа радиация фажиғәләре һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан геройҙарға һәйкәл асылды.
Һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән урындағы “Союз Чернобыль” инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре сыҡҡан. Уны булдырыу һәм ҡуйыуҙа ҙур ярҙамды меценат Артур Һажиғәлиев күрһәткән.
Башҡортостандан Чернобылдәге авария һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һәйкәл үҙҙәрен аямай ярҙамға ташланған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арнала.
Һәйкәлде асыу тантанаһына Мәскәүҙән “Союз “Рәсәй Чернобыле” йәмәғәт ойошмаһы Дөйөм Рәсәй союзы президенты Вячеслав Гришин килде.