Йәмғиәт
15 Августа 2019, 16:00

Хәтерһеҙ ирҙәр ҙә булғылай...

Һаман да шул уҡ хәл. Сабыйҙарын машиналарына бикләп ҡалдыралар ҙа, күпме бәлә-ҡазаға тарыйҙар, сәләмәтлектәрен ҡаҡшаталар, башҡаларға ла тынғылыҡ юҡ.

Һаман да шул уҡ хәл. Сабыйҙарын машиналарына бикләп ҡалдыралар ҙа, күпме бәлә-ҡазаға тарыйҙар, сәләмәтлектәрен ҡаҡшаталар, башҡаларға ла тынғылыҡ юҡ.


Мәскәүҙә бер ир бәлиғ булмаған ҡыҙын машинала бикләп ҡалдыра ла, аҙаҡ ҡайҙа туҡтағанын онотоп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. “Автомобилде ҡыҙым менән бергә урлап алып киткәндәр”, тип яу һала. Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ваҡиға урынына килеп етә. Баҡһаң, машинаны бер кем дә алып ҡасмаған, барыһы ла урынында. Хужа автомобилен ҡайҙа ҡуйғанын онотҡан икән.


Фото: Москва24
Читайте нас