Омск өлкәһе урманында юғалған өс йәшлек малайҙың иҫән-һау булыуы асыҡланды.
Ике көн аҙашып йөрөгән малайҙы себен-серәкәйҙәр ныҡ ҡына талаған. Табиптар уны ҡарағандан һуң дауаханаға оҙатҡандар. Малайҙың кепкаһы табылған ерҙән эҙләүҙе ойошторғандар. Ирекмәндәрҙең әйтеүенсә, уны һаҙлыҡлы урында һыу эсеп, илап торған ерҙә тапҡандар.
600 кеше сабыйҙы эҙләүҙә ҡатнашҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, кинологтар, ерле халыҡ, йәмәғәт ойошмалары — барыһы ла ярҙамға ашыҡҡан.
Бәләнең башы — ата-әсәнең битарафлығында. Баланы автомобилдә ҡалдырып, үҙҙәре еләк йыйырға киткән. Хәл буйынса енәйәт эше асылған.