Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 18:37

Ҡоштар арҡаһында саҡ үлмәйҙәр

Бөгөн илебеҙҙә саҡ ҙур фажиғә булманы. 226 кеше һәм 7 экипаж ағзаһы самолет һәләкәтенә осрап, вафат була яҙҙы.

Фото: http://severpost.ru
Фото: http://severpost.ru
Бөгөн илебеҙҙә саҡ ҙур фажиғә булманы. 226 кеше һәм 7 экипаж ағзаһы самолет һәләкәтенә осрап, вафат була яҙҙы.
Бары тик пилотарҙың оҫталығы, ҡурҡыныс осраҡта юғалып ҡалмауы һәм ниндәйҙер бәхетле осраҡ арҡаһында ғына был ваҡиға ҡорбандарһыҙ тамамланды.
“Осоп китеү менән двигателгә ҡош килеп эләкте, һул двигатель шунда уҡ һүнде. Шунан икенсеһенә лә ҡош инеп китте, бер ни тиклем ваҡыттан ул да һүнде. Тартыу көсө етмәне, юғарылыҡты яйлап юғалта башланыҡ. Һөҙөмтәлә баҫыуға килеп ултырҙыҡ. Ҡул менән идара итеүгә күстек, командир идараны үҙ ҡулына алды”, – тине самолеттың икенсе пилоты.
Бәхеткә күрә, бындай осраҡтар әлегә һирәк осрай. Тик аҡсарлаҡтар, ысынлап та, Мәскәү өлкәһе аэропорттарының бәләһенә әйләнә башланы. Улар ҡарғалар кеүек берәмләп түгел, ә тубы менән осалар.
Жуковскийҙағы аэропортты алһаң, уның янында Мәскәү йылғаһы аға һәм кукуруз баҫыуы үҫә. Улар өсөн бик уңай мөхит. Аэропорт биләмәһендә ҡоштарҙы ҡурҡытыусы ҡулайламалар булһа ла, бер нимә лә эшләп булмай.
Шөкөр, был хәл бик уңышлы тамамланды. 23 пассажир, шул иҫәптән биш бала һәм бер ауырлы ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Ҡаралғас, күптәре кире ҡайтарыла.
Читайте нас: