Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 11:37

Йәнә самолет

Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһы аэропортынан осоп киткән А-321 аэробусы, һауаға күтәрелеп 15 минут үткәс...

Фото: kommersant.ru.
Фото: kommersant.ru.
Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһы аэропортынан осоп киткән А-321 аэробусы, һауаға күтәрелеп 15 минут үткәс тә, ҡош менән бәрелешә.
“Интерфакс” агентлығы хәбәр итеүенсә, һөҙөмтәлә уң яҡ двигателдә янғын сыға һәм ул эшләүҙән туҡтай. “Урал авиалиниялары” компанияһы хәбәр итеүенсә, ике двигатель дә зарарлана. Симферополгә йүнәлгән самолет Рамено районында ултырырға мәжбүр була. Салондағы 220 пассажир эвакуацияланған, ҡорбандар юҡ.
Читайте нас: