Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 15:00

Юлды бүлешә алмағандар...

Стәрлетамаҡ районында йәнә бер юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Йәш ҡатындың һәләкәт урынында ғүмере өҙөлдө.

Стәрлетамаҡ районында йәнә бер юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Йәш ҡатындың һәләкәт урынында ғүмере өҙөлдө.


Ике өлкән кеше һәм дүрт йәшлек бала бәләгә тарыны.


Фажиғә Стәрлетамаҡ — Салауат трассаһының 27 километрында булды. Ҡаршы килеүсе “ВАЗ-2114” һәм “Датсун” автомобилдәре юлды бүлешә алмай бәрелешәләр. Ханты-Манси округынан юлға сыҡҡан 37 йәшлек “Датсун” водителе һәм Стәрлетамаҡтың 33 йәшлек “ВАЗ-2114” водителе, дүрт йәшлек бала яралана.


Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас: