“Быйыл тотош ил халҡы һанлы телевидениенан тапшырыу-фильмдарҙы ҡарай башланы: ошо сәбәпле, һәр кемде яңы форматҡа күсеү борсой. Мутлашыусылар ҙа йоҡламай...
— Эйе, кешеләрҙең икеләнеү, эҙләнеү, белмәү осрағынан мутлашыусылар файҙаланырға ғына тора. Был, әлбиттә, һанлы телевидениеға ла ҡағыла. Әйткәндәй, хәҙер күптәр мөғжизәле приставкалар тәҡдим итә башланы. Был осраҡта бигерәк тә хаҡлы ялдағыларға абай булырға тәҡдим итәбеҙ. Бер мең һумлыҡ ҡына приставканы 18 мең һумға һатыу осраҡтары теркәлгән. Шуға күрә техниканы халыҡ ышанысын яулаған сауҙа үҙәктәрендә генә һатып алырға кәңәш итәбеҙ. Әгәр ниндәйҙер шик килеп тыуһа, 8-800-220-20-02 телефоны буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш”кә шылтыратырға мөмкин.
Бынан тыш, кабель телевидениеһы операторҙары менән килешеү төҙөргә, интернетҡа тоташтырырға тәҡдим итеүселәр бар. Әлбиттә, бының өсөн улар аҡса түләүҙе һорай. Шуға аппаратураны үҙҙәре тәҡдим итеүселәрҙән һатып алмағыҙ. Өҫтәүенә һанлы телевидениеға тоташтырыу өсөн шикле килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға ла кәңәш итмәйбеҙ.