Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 15:30

Дамир 233 ғүмерҙе ҡотҡара

Бөгөнгө көн геройына әйләнгән пилот Дамир Йосопов бик дини кеше булып сыҡты.

Бөгөнгө көн геройына әйләнгән пилот Дамир Йосопов бик дини кеше булып сыҡты. Кисә мосолман ҡәрҙәшебеҙ авиаһәләкәттә 233 кешенең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалды.


“Күптәр миңә герой ти, ысынын әйткәндә, үҙемде һис тә улай тип иҫәпләмәйем. Ни бары бурысымды башҡарҙым: самолетты, пассажирҙарҙы, экипажды ҡотҡарҙым”, – ти ул.


Экипаж командиры белдереүенсә, тәүҙә самолетты бороп, кире аэропортҡа ҡайтырға тигән план ҡарала, тик һул двигателдән һуң уңы ла эштән сығып, бейеклекте юғалта башлағас, баҫыу уртаһына ултырыуҙан башҡа сара ҡалмай.


Асыҡланыуынса, 41 йәшлек Дамир оҙаҡ йылдар Һамар өлкәһендә йәшәгән, 90-сы йылдарҙа ғаиләһе менән Сызрань ҡалаһына күскән. Осоусыға уҡығанға тиклем ул юрист булып эшләгән. Тик күк йөҙө тураһындағы хыялы егеткә тынғы бирмәгән. 33 йәшендә ул Боғорослан осоу училищеһын уңышлы тамамлай.


Ул Сызрандең йәмиғ мәсетенә йыш йөрөгән. Ир йома намаҙҙарын ҡалдырмай, Ҡөрьән дә, намаҙ ҙа уҡый икән. Ғөмүмән, туғандары – дини кешеләр, былтыр атаһы хаж ҡылып ҡайтҡан. Бөгөн ошолар билдәле булғас, Дамирға кисәге хәлдә Аллаһ Тәғәлә үҙе ярҙам иткәндер тип уйларға мәжбүр булаһың.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Урал һауа юлдары” самолеты кисә Мәскәүҙән Симферополгә осҡан саҡта, двигателенә ҡоштар тубы килеп инеп, кукуруз баҫыуына ултырырға мәжбүр була. Бортта 226 кеше һәм ете экипаж ағзаһы була. Ергә ултырғандан һуң 76 кеше, шул иҫәптән 19 бала медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Бөтә пассажирҙарға ла 100-әр мең һум компенсация түләнәсәк.


Фото: guberniatv.ru
Читайте нас: